Рауил Бикбаевтың шиғырын ятлап, видео төшөр!

17 февр. 2020 г.
1 мин. чтения
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижадына бағышланған видео-конкурс башланды. Ойоштороусылар – Мәҙәниәт министрлығы, Милли әҙәбиәт музейы.Конкурста Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Улар шағирҙың шиғырын ятлап видеоға төшөргә тейеш.Еңеүселәрҙе 7-9, 10-13, 14-17 йәшлектәр араһында айырым билдәләйәсәктәр.Эштәр 10 февралдән 10 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Ә инде 20 апрелдә шағирҙың тыуған яғында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы көтөлә.Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Лариса Абдуллина




Комментарии