25 февраль – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, ул 2002 йылдан алып билдәләнә.
1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү уның яңы рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны барлыҡҡа килеү кәрәклеген билдәләне. 28 йыл элек, 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһында закон ҡабул итте һәм быға ярашлы ул Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелде, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе — яңы флаг раҫланды. Һуңыраҡ, 1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны ҡабул ителде.